Мин – башҡорт, тип танышығыҙ
Яндырылған ауылдарҙың көлдәре беҙ,
Шул көлдәрҙең ҡалҡып сыҡҡан гөлдәре беҙ.
Ни үкенес: ҡыҫҡа булды көндәребеҙ –
Яндырылған ауылдарҙың көлдәре беҙ…
Яндырылған ауылдарҙың күмере беҙ,
Һеҙҙең хәйер-доғаларға тилмерәбеҙ.
Ил-ер өсөн фиҙа булды ғүмеребеҙ –
Яндырылған ауылдарҙың күмере беҙ…
Яндырылған ауылдарҙың төтөнө беҙ.
Онотмағыҙ беҙҙе, зинһар, үтенәбеҙ!
Илгә хаҡһыҙ ҡаныҡҡандың хөкөмө беҙ –
Яндырылған ауылдарҙың төтөнө беҙ…
Яндырылған ауылдарҙың ялҡыны беҙ.
Оноторға беҙҙе шулай хаҡлымы һеҙ?
Танымайбыҙ, ысын башҡорт халҡымы һеҙ?!
Яндырылған ауылдарҙың ялҡыны беҙ…
Яндырылған ауылдарҙың йәндәре беҙ.
Сабыйҙар ҙа шәһит китте, йәлләмәгеҙ!
Хәйер, йәлләй беләме ни йәндәрегеҙ
Һеҙ бит хәҙер ғәфләт баҫҡан хәлдәһегеҙ…
Яндырлыған ауылдарҙың һағышы беҙ –
Йәнебеҙҙе көлдән эҙләп табышығыҙ!
Беҙҙең алда таҙа булһын намыҫығыҙ:
“Беҙ бөтмәнек!
Мин–башҡорт!” – тип танышығыҙ!
Зөлфиә Ханнанова