Һинең өсөн атыр таңдарым
Һинең өсөн килер яҙҙарым
Һинең өсөн һуңғы мөхәббәтем,
Һағышлы һәм (наҙлы) моңһоу йырҙарым...
Һинең өсөн яҙам йырҙарымды иркәм
Һинең өсөн яҙғас яҙмышым
Һинһеҙ үтте яңғыҙ төндәрем
Моңһоу килде йылы йәйҙәрем.
Мин, хыялый, таңда ысыҡ кисеп
Томандарҙа һине эҙләнем...
Өмөтөмдө елкән итеп киреп
Күпме юлдар, йылдар ураным.
Кәкүк миңә йәшем һанаманы
Тик һағыштар ғына юраны.
Исемеңде елдәр шыбырланы
Ә йондоҙҙар барыр юл һыҙҙы...
Бәлки ошо йырым барып табыр
Тик хыялда тыуған һылыуҙы...