Припев: Көн дә барған юлдар,
Тапалып бөткән урамдар
Тәъҫираттар тик ҡалдыра
Аҡмулламдың янында.
Көн дә барған юлдар,
Тапалып бөткән урамдар
Тәъҫираттар тик ҡалдыра
Аҡмулламдың янында.
1. Һағышлы күҙҙәрем
Сөнки күргәндәрем
Үткәндәремдә көскә эймәгән һүҙҙәрем
Иҫемдә ҡасандыр инем беренсе(1-се) курста
Кеҫәмдәге тинлектәр өлгәшмәҫ бәхеткә.
Уҡытыусыларыма өндәшәм,
Ирешәм дә, көнләшәм.
Мин дә өҫкә үрмәләп,
Кире тәгәрәп төшәм.
Бар стулент донъяһын
Мин күптән аңланым,
Күптәрҙе тыңланым,
Ҡолаҡҡа һалдым.
Ишеттем, күрҙем, һиҙҙем, белдем.
Еңелдем тигәндә генә яңы һулыш килеп инде.
Баҫтырҙы аяҡҡа,
Саҡырҙы ҡунаҡҡа
Ике йөҙ ҙә бер (201) аудиторияһына.
Припев:
Көн дә барған юлдар,
Тапалып бөткән урамдар
Тәъҫираттар тик ҡалдыра
Аҡмулламдың янында.
Көн дә барған юлдар,
Тапалып бөткән урамдар
Тәъҫираттар тик ҡалдыра
Аҡмулламдың янында.
2.Күҙҙәремде ыуалап,
Иртән мин китеп барам
Тирә-яғыма ҡарап
Мең йәшәр һуҡмаҡ һалам.
Университетымда дөйөм ятағым
Килә бит ҡайтаһы тыуған яҡтарым.
Өмөтөң тигән генә
Мине ышандыра,
Ҡыуандыра, шатландыра,
Яңғыҙлыҡта ҡалдыра.
Рәхәтлек аҙҙыра
Бында йыш асыҡтыра.
Мин ҡунаҡхана ла түгел,
Ә дөйөм ятаҡта.