ХЫЯЛ
ҠУШЫМТА:(Регина)
Минең өсөн хыялым булып ҡал һин
Йөрәктә һүнмәҫ һөйөү усағы
Минең өсөн иң яҡын кеше ул һин
Һинең менән генә мин бәхетле
1)(SLBay)
Бәхетле тоям үҙемде һин янымда булғанда
Ышанам арала уйнамаҫ бер ҡасанда бурандар
Мин һине яратам Мин һине һағынам
Мөхәббәт уйын түгел аңла шуны ғына
Бына кис һинең телефон һандарың хәтерҙә
Сәғәттәр буйы һөйләшергә әҙер хәҙерҙән
Моғайын иртәнге ҡояш һинең өсөн ҡалҡалыр
Мин яныңда булғанда күрмәҫһең һалҡынды
Бел һин илһамландырҙың ошо йырҙы яҙырға
зинһар һорайым үтенеп йөрәһеңдән юйҙырма
Минең хыял мәңге бәхетле һинең менән
Яратам, һағынам-матурым бахетем минең
Ғафү ит ваҡытында бирелмәгән сәскә өсөн
Һиңә минең теләктәрем бар улар өсөү,
Бул бәхетле минең менән, алда тик һаулыҡ ,
Өсөнсөһө ҡушымтала, Регина һүҙ һиңә
ҠУШЫМТА:(Регина)
Минең өсөн хыялым булып ҡал һин
Йөрәктә һүнмәҫ һөйөү усағы
Минең өсөн иң яҡын кеше ул һин
Һинең менән генә мин бәхетле
2)(SLBay)
Мөхәббәтте тоя белеү мөһим
Ул нимә икәнен беләң ул мин һәм һин
Уны һүҙ менән булмай еткереп күңелгә
Уның сере тәрән күңелдә күмелгән
Күпмегә, үкенергә, Ә миңә рәхәт сөнки
Бар һин күңелемдә яратам һәм яратырға мөмкин
беләң Йырҙарым бағышлана тик һиңә һылыу
Мөхәббәт йылыта унда түгел һыуыҡ
Ҡара күҙемә, йылмай,һиңә аҡ юл
Ышан Әйтәмен һиңә генә I love you!
Һине яңғыҙ ҡалдырырға минең хәлем юҡ
Шуға күрә хәтереңдәге икенселәрҙе юй
Ҡара күҙемә, йылмай, һиңә аҡ юл
Ышан әйтәмен һиңә генә i love you
матурым, бәхетем, минең бәғерем,
Киләһе юл ҡушымта, Регина һүҙ һиңә
ҠУШЫМТА:(Регина)
Минең өсөн хыялым булып ҡал һин
Йөрәктә һүнмәҫ һөйөү усағы
Минең өсөн иң яҡын кеше ул һин
Һинең менән генә мин бәхетле