Насип Кучаев көйө
Якуп Ҡолмой шиғыры
Үтә көндәр, үтә йылдар,
Йәшлек яҙым артта ҡала.
Былбылым да алһыу таңда
Күңелемә моңдар һала.
Бер минутҡа, бер сәғәткә
Йәшлегемә ҡайтыр инем,
Йырым булып, моңом булып
Тағын сәскә атыр инем.
Йәшлек яҙым, ялҡын сәсеп
Бер килдең дә, мәңге ҡалдың.
Ғүмер буйы һинең утта
Йә йылындым, йә бер яндым.
Бер минутҡа, бер сәғәткә
Йәшлегемә ҡайтыр инем,
Йырым булып, моңом булып
Тағын сәскә атыр инем.
Йыраҡ ҡалған йәшлек һаман,
Йылмаяһың айлы кистә.
Ҡанат ҡаҡҡан дәртле заман
Һаман иҫтә, һаман иҫтә.
Бер минутҡа, бер сәғәткә
Йәшлегемә ҡайтыр инем,
Йырым булып, моңом булып
Тағын сәскә атыр инем.