Фәрит Иҙрисов музыкаһы
Әлфиә Әсәҙуллина шиғыры
Таң йондоҙо булып балҡының да
Ҡояш нуҙарыңда иренең.
Һине күрмәмме тип, күпме таңдар
Йондоҙҙарҙы барлап (байҡап) йөрөнөм.
Таңсулпаным — таң йондоҙом,
Һин ҡайһы яҡтың ҡыҙы?
Күктәрҙә янһаң, эргәңә
Мине тартып алһаңсы.
Бер күренеп ҡалып, йөрәгемде
Әсир иттең инде күпмегә.
Күктә булһаң, һүнмә, ерҙә булһаң,
Ҡарап үтсе миңә бер генә.
Таңсулпаным — таң йондоҙом,
Һин ҡайһы яҡтың ҡыҙы?
Күктәрҙә янһаң, эргәңә
Мине тартып алһаңсы.
Йондоҙҙарҙан нурҙар бер көлһә лә
Беләм һиңә тиңдәш түгелен.
Йөрәгемдең ярһыуҙарын ҡушып,
Һине генә эзләй күңелем.
Таңсулпаным — таң йондоҙом,
Һин ҡайһы яҡтың ҡыҙы?
Күктәрҙә янһаң, эргәңә
Мине тартып алһаңсы.
Ерҙә булһаң, ғүмерлеккә
Йәрем булып ҡалһаңсы,
Таңсулпаным — таң йондоҙом.