Был донъяла
I.Тәүге тапҡыр күргән инем
Мин һине бер ҡасан
Шул ваҡыттан уйым минең
Тик һиңә бағышланған !
Нисек итеп һүҙ ҡушырға ?
Әмәл табып танышырға ?
Бөтә булған хистәрҙе
Бер ваҡыт әйтеп һалдым.
Ҡушымта:
Был донъяла һинһеҙ юғала
Йәшәүҙең мәғәнәһе,донъяның йәме!
Һиңә арнала яҙған был юлдар
Һөйгән йәрем – минең мөхәббәтем!
II. Был гүзәл матурлыҡтан
Тирә - яҡ яҡтыра.
Йылмаяһың һин миңә
Мин бәхетле шатланам !
Һинең өсөн сәскәләр
Мин өҙөп йыйып алам
Һоҡланыуым бөтмәҫ һүҙҙәр
Мин һине яратам !
Ҡушымта:
Был донъяла һинһеҙ юғала
Йәшәүҙең мәғәнәһе,донъяның йәме!
Һиңә арнала яҙған был юлдар
Һөйгән йәрем – минең мөхәббәтем!
III. Кискә табан осрашабыҙ
Урамда беҙ йөрөйбөҙ
Сихри күктән йондоҙҙарҙы.
Хисләнеп күҙәтәбеҙ
Ғашиҡ булдым күҙҙәреңә
Мин тамам хайран ҡалам
Бергә булырға мәңгегә
Һиңә Һүҙ бирә алам.
Ҡушымта:
Был донъяла һинһеҙ юғала
Йәшәүҙең мәғәнәһе,донъяның йәме!
Һиңә арнала яҙған был юлдар
Һөйгән йәрем – минең мөхәббәтем!
(2009,2011.© Фаниль Сынгизов.
Запись март 2012 г. DIS PRODUCTION г.Сибай)