Тал әйләнә, тал әйләнә,
Талға ебәк бәйләнә.
Күргәнсә һүҙем күп була,
Күргәс телдәр бәйләнә.
Талы, талы,
Талы бөгөлеп тора;
Тағын бер күрәһе килеп
Үҙәк өҙөлеп тора.
Тал тирәктәр утыртканнар
Ағиҙел ситтәренә.
Алһыу алма һыуы тамған,
Бәғерем, биттәреңә.
Талы, талы,
Талы бөгөлеп тора;
Һинең өсөн йәрҙәреңдең
Үҙәге өҙөлеп тора.
Былбыл булһам баҡсаларҙа
Бер тирәк һайлар инем.
Шул тирәктә һине маҡтап
Иртә-кис һайрар инем.
Талы, талы,
Талы бөгөлеп тора;
Бер генә минут иҫеңдән
Сығамы тиеп һора.