Тамара Юлдашева
КЛЕОПАТРА
Оҙон муйын, наҙлы ҡараш
Мысыр батшабикәһе,
Һулыштарҙың иң ҡайнары,
Ҡараштарҙың — текәһе!
Һырғаланған алҡалары,
Борғоланған йыланы.
Клеопатра, һинең янда
Битарафтар буламы?
Ҡыйыу, бәҫле уй һалынған
Һинең бейек ҡалпаҡҡа.
Цезарь үҙе эләккән бит
Һинең ҡараш-ҡармаҡҡа.
Һөйөүеңдә һин илгәҙәк,
Һөйөүеңдә һин ихлас,
Ләкин күпкә иркенерәк
Уй-фекереңдә ҡолас.
Теләктәрең бейеклеге,
Талаптарың хаҡлығы!
Ҡараштарың бөйөклөгө —
Терәктәрең юҡлығы...
Илең өсөн, улың өсөн,
Ғәзиз Мысыр хаҡына
Һин инәһең йөҙ бәхәскә,
Йөҙ ҡылыстың аҫтына.
Ниндәй моң ул,
Тирбәндереп,
Аса дәүер ишеген?..
Клеопатра! Бәүелтәһең
Тарихтарҙың бишеген.