Тамара Искәндәриә һүҙҙәре,
Гөлдәр Ишҡыуатова көйө.
Аҡбуҙат (йыр дәрәстәрендә йырларға - һүҙҙәре менән)
1. Хыялдарҙы бойомға ул
Ашыра,
Балаларҙың янына гел
Ашыға.
Аҡбуҙ иле – һандуғаслы,
Торналы,
Ҡурай моңло, ҡумыҙ сыңлы,
Һомайлы.
Ҡушымта:
Һай, тылсымлы, тоғро атым
Аҡбуҙат!
Саҡма тояҡ, йондоҙло ял –
Аҡбуҙат!
Моң ҡанатлы, нур ҡанатлы
Аҡбуҙат,
Ялҡын тынлы, йондоҙ яллы
Аҡбуҙат!
2. Һинең менән осам, гүйә,
Күктәргә,
Киң ҡанатың бейектәргә
Күтәрә!
Ҡуш йөрәкле “Аҡбуҙат”ым –
Зирәк һин!
Бик кескәй булһаң да, илгә
Терәк һин!
4. 1-се куплет ҡабатлана.