1) Көҙҙөн яҙҙы көтәм һағышланып
Көтәм йырсы ҡоштар ҡайтыуын
Һөйөүемдең сәскә атылын
Күңелемдә моңдар атылын.
Ҡушымта:
Юлдар олоғайтып уҙ һалырға
Әллә ниҙәр көтәм ялҡыштан
Әллә көтәм микән уҙмыштарҙы
Үҙ ҡулдарым ҡорған яҙмыштан.
2) Кистән көтәм балҡып офоҡтарға
Йәшәү йәме ҡояш ҡалҡыуҙы
Өйҙә көтәм юлдар саҡырылын
Юлда көтәм өйгә ҡайтыуҙы...
Ҡушымта: шул уҡ.
Юлдар олоғайтып уҙ һалырға
Әллә ниҙәр көтәм ялҡыштан
Әллә көтәм микән уҙмыштарҙы
Үҙ ҡулдарым ҡорған яҙмыштан.
3) Булһын һәр саҡ яҡты өмөттәрең
Хыял тыуһын таңдар атҡанда
Алда юлдар оҙон булһын әле
Көтөр кеше булһын ҡайтҡанда.
Ҡушымта:
Юлдар олоғайтып уҙ һалырға
Әллә ниҙәр көтәм ялҡыштан
Әллә көтәм микән уҙмыштарҙы
Үҙ ҡулдарым ҡорған яҙмыштан.