Күк ҡабағы ҡапыл асылғанын,
Һиндә генә күрҙем, ауылым.
Йәйғор булып нуры атылғайны,
Көттөм унан бәхет яуырын.
Эх, ауылым, минең ауылҡайым,
Моңдарыңдан шашып йырлайым.
Изге уйҙар менән янып ҡайтам,
Кешеләргә бәхет юллайым.
Урамдарың буйлап атлағанда,
Аяҡтарым ерҙе тоялмай.
Тар күңелле, йыр һөймәгән ҡоштар
Был төбәктә оя ҡоралмай.
Һөйкөмлө лә, алсаҡ ауылдаштар -
Бәхетемдең иң ҙур өлөшө.
Заман елдәренә бирешмәйсә
Гөрләп йәшә, ауыл, мең йәшә!