АҠ ЙОНДОҘ – ЙӘШ ҠЫҘҒА
D C
1. Яҙғы ҡыяҡҡа оҡшашһың
D C
Утҡа тулышҡан тәнең
Em D
Кем генә татыр туймайса
C Н
Был һуттың бөтә тәмен
Аm D
Үҙең дә түҙмәй көтәһең
Am D
Шул берәү һөйөклөңдө
Em D
Яҙһын һиңә аңлар ине
C D
Шул мәлдең бөйөклөгөн
Ҡуш-та:
G H
Һығылып түгел һағынып
C D
Иҫләсе шул таңыңды
G H
Һеҙҙе ҡотлам моң ураһын
C D
Гөрләшкән ҙур табынды.
2. Ниндәй булыр көткән мәлең,
Ул хис әллә ҡарғыш.
Ҡорбан атҡан йыртҡыстай
Ҡапламаһын һағыш.
Яҙғы һуҡмаҡтан атлығып,
Яҙмышыңа сабаһың.
Әллә бәхет көтә һине,
Әллә утҡа табан.