1)Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ
Тамашасы дуҫтарым
Йыр һәм бейеү кисәһе
Беҙ башларға уйланыҡ
Ял итегеҙ, ҡул сабығыҙ
Беҙҙең концертҡа килгәс
Бына нисек рәхәт икән
Ҡушылып йырлай белгәс
2)Тау битендә бәләкәй ауыл
Ауыл эсендә илле йорт
Бер йортта йәшәй медсестра
Һылыу, матур Зөлфиә
Эх, Зөлфиә, ҡара әле миңә
Бына мин торам, көтөүсе менән
Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә
Сыҡ әйҙә тиҙерәк, тыуыр игеҙәк
3)Киләм тинең, килмәнең
Ни эшләп килмәнең?
Минең яҙған хаттарыма
Яуап бирмәнең?
Ниңә иркәм һуң инде?
Ни эшләп килмәнең?
Ниңә бәғерем һуң инде?
Һөйәм тимәнең?
4)Зәңгәр күҙҙәр, зәңгәр күҙҙәр
Минең яратҡан күҙҙәр
Зәңгәр күҙҙәр, зәңгәр күҙҙәр
Минең яратҡан күҙҙәр
Минең яратҡан күҙҙәрҙә
Ләкин алдаҡсы күҙҙәр
Минең яратҡан күҙҙәрҙә
Ләкин алдаҡсы күҙҙәр
5)Көндә үтәм өйөң эргәһенән
Ҡупшы-ҡатын һымаҡ өйөңдән
Күҙ алдымда наҙлы ҡараштарың
Берсә янам, берсә көйөнәм
6)Һыу инә торған еребеҙ
Күпер аҫты күләгә
Ай-ли куләгә, күләгәлер күләгә!
Ай-ли куләгә, күләгәлер күләгә!
Буй-һыныңа ҡарап-тороп
Башҡынайым әйләнә
Ай-ли куләгә, күләгәлер күләгә!
Ай-ли куләгә, күләгәлер күләгә!