Көрмәҙе ауылы
Тауҙан сылтырап беҙҙен ауылға
Бормаланып бер йылға аға.
Яҙмыштаҙы аҙ күрмәне,
Күпме серҙәр hаклай Көрмәҙе.
Яр буйында ҡалған бала сағым,
Барҙыр унда йәшлегем эҙҙәре.
Һағынғанға hиңә ашҡынып ҡайтам,
Ауылым йәме - hин, Көрмәҙе.
Ауылым йәме - hин! Һин, Көрмәҙе!
Яндарыңа килhәм моңланып,
Йәшәүгә мин hинән көс алам.
Тағын ҡайтып күрмәй, түҙмәнем,
Армай-талмай, аҡ hин, Көрмәҙе.
Ҡушып hинең сылтыр тауышыңды,
Һалдым йырға йөрәк hағышымды.
Йылдар үтhен, яҙмыш өҙмәhен
Һиңә hуҡмағымды, Көрмәҙе.